Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы01.06.2026

Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»

Дүшәмбе Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы.

Әлеге ваҡытта Өфөлә постаменттан алынған милли геройҙың һәйкәлен реставрациялау бара, тип иҫкә төшөрҙө ул. Апрель айында ҙур комиссия реставрация цехында булды.

– Реставраторҙар беҙгә һәйкәлдең 80% үҙгәртергә, яңы элементтар эшләргә кәрәк буласағын әйтте. Был йәһәттән беҙ уйландыҡ, унда металл бик юғары сифатлы түгел, – тип билдәләне республика Башлығы. – Шуға күрә фекер алышыу барышында мин йәмәғәтселеккә һәм республика халҡына тәҡдим иткән идея тыуҙы: беҙгә ҡатмарлыраҡ, әммә ышаныслыраҡ һәм, минеңсә, стратегик яҡтан отошлораҡ юл менән барырға – бронзанан шундай уҡ яңы һәйкәл ҡойорға мөмкин. Был оҙаҡҡа етергә тейеш.

Элекке һәйкәлде реставрациялаһаҡ, ул 10, 20 йәки 50 йыл, ә бронза һәйкәл оҙағыраҡ торорға мөмкин, тип билдәләне Радий Хәбиров. Шулай уҡ республика Башлығы тарихи ҡомартҡының яҙмышына асыҡлыҡ индерҙе.

– Әлеге ваҡытта реставрацияла булған һәйкәлде мотлаҡ реставрацияларбыҙ, – тип вәғәҙәләне Хәбиров һәм үҙенең хакимиәтенә Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан тергеҙеү планын төҙөргә ҡушты.



Вернуться назад