Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде01.06.2026

Өфөлә мэр вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде

Фото: Рөстәм Шәрипов | vk.com

Өфө мэрияһында кадрҙар үҙгәрҙе. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп быға тиклем Хәйбулла районы хакимиәтен етәкләгән Рөстәм Шәрипов тәғәйенләнде. Ул бөгөн, 1 июндә, үҙ бурысын үтәүгә тотона. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе.

«Һеҙ уны беләһегеҙ, таныштырыуҙың кәрәге юҡтыр. Ул 12 йыл хакимиәт башлығы булып эшләне. Биш йыл Бөрйән – районы, ете йыл Хәйбулла районы менән уңышлы етәкселек итте. Хәҙер Өфөгә бер аҙ энергия бирергә кәрәк тип иҫәпләйем. Беҙ был энергияһыҙ һайлау кампанияһына инә алмайбыҙ, ул еңел булмаясаҡ, ҡала советы һайланасаҡ. Ҙур хужалыҡ, уны ҡарарға кәрәк», – тине Башҡортостан Башлығы.

Рөстәм Шәрипов 1982 йылдың 29 июлендә Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында тыуған, БДУ-ның Сибай институтын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2000 йылда өсөнсө разрядлы маляр булып башлай. Һуңынан төрлө йылдарҙа һатыу буйынса менеджер, кредит белгесе һәм банктарҙа клиенттарҙы хеҙмәтләндереү бүлеге белгесе булып эшләй. 2009 йылда Бөрйән районы хакимиәтенә иҡтисад бүлегенең әйҙәүсе иҡтисадсыһы булып эшкә килә. Һуңынан бер йыл «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының иҡтисад, коммерция һәм хужалыҡ департаментында иҡтисадсы булып эшләй. 2012 йылда Бөрйән районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә.



Вернуться назад