Өфө вице-мэры Агарагим Кагиргаджиев отставкаға китте

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Агарагим Кагиргаджиев үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.
Агарагим Кагиргаджиев 2023 йылдан Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләне.
Иҡтисад, сәнәғәт һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре өсөн яцуаплы булды.