Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Денис Ғәниев ете ай эшләгәндән һуң үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы.
Ғәниев «Башинформ» агентлығына был мәғлүмәтте раҫланы һәм икенсе эшкә күсеү сәбәпле үҙ теләге буйынса ошондай ҡарар ҡабул итеүен билдәләне.
Денис Ғәниев хеҙмәт юлын Нефтекама радиостанцияларында алып барыусы булып башлай, һуңынан шәхси медиахолдинг етәксеһе була, ҡала советы депутаты итеп һайлана. Өфөлә «Вся Уфа» телеканалында алып барыусы булып эшләй. 2022 йылдың майында Өфө хакимиәте башлығының киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2025 йылдың октябренән Денис Ғәниев республика Башлығының матбуғат секретары вазифаһын башҡарҙы.