Ул республикала яһалма интеллектты индереү өсөн яуаплы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала яһалма интеллектты индереү өсөн яуаплы яңы вице-премьер Олег Ли менән рәсми рәүештә таныштырҙы.
«Ҡатмарлы осор, бюджетта дефицит күҙәтелә, граждандар тормошона хас булмаған бик күп бурыстар беҙҙең иңебеҙгә төштө. Ләкин ауыр йылдарҙа ла беҙ стратегик йүнәлештәр тураһында уйларға тейешбеҙ тип уйлайым. Шундай йүнәлештәрҙең береһе - яһалма интеллект. <…> Мин тәжрибәһе булған кешене эҙләнем һәм Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы Яһалма интеллектты үҫтереү буйынса милли агентлыҡҡа сыҡтым. Олег Ли унда етәксе кәңәшсеһе булып эшләй ине. Мин уны премьер-министр урынбаҫары вазифаһына саҡырҙым», – тине республика етәксеһе.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәте алдына алдағы йылдарҙа ИИ технологияларын үҫтереү һәм индереү стратегияһын әҙерләү бурысын ҡуйыуын әйтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Өфөлә яһалма интеллектты индереү буйынса стратегик сессия уҙҙы һәм унда Радий Хәбиров хөкүмәт командаһының яңы ағзаһы менән таныштырҙы.