Һалым түлә лә тыныс йоҡла!05.07.2012
Ә түләмәгәндәр һәм был мәсьәлә менән етди шөғөлләнмәүселәргә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тыныс йоҡларға ирек бирмәйәсәген белдерҙе. Кисә Хөкүмәт йортонда уҙған Башҡортостан Республикаһының Именлек Советы ултырышында һүҙ ҡаҙнаға йыйылған һалымдар тураһында барҙы.

— Дөйөм алғанда, был өлкәлә артыҡ хәүефләнерлек нәмә юҡ кеүек. Республика ҡаҙнаһына бөгөнгә ҡарата 43 миллиард һум һалым ингән. Алдағы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10 процентҡа үҫеш тә бар, — тине Рөстәм Зәки улы, ултырышты асып. — Шулай ҙа уйланырлыҡ урындар ҙа етәһе.
Былтырғы менән сағыштырғанда ойошмалар һәм предприятиеларҙың килеме 1,5 тапҡырға кәмегән. Ә килемдән алынған һалым бюджеттың 30 процентын тәшкил итә. Был күрһәткестәрҙе бер нисек тә төшөрөргә ярамай. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, ай һайын 5 миллиард һум аҡса бюджет өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡы түләүгә тотонола. Ә хәҙер был һанды 6 миллиард һумға тиклем күтәреү шарт. “Уҡытыусыларҙың эш хаҡын уртаса республика кимәленә, тимәк — 19-20 мең һумға еткерергә кәрәк. Шулай уҡ табиптар, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре лә лайыҡлы эш хаҡы алырға тейеш”, — тине ул.
Башҡортостан Президенты ҡайһы бер предприятие һәм ойошмаларҙың тейешенсә һалым түләмәүенә борсолоу белдерҙе. Төрлө шикле схема буйынса эшләүселәр, аҡса “һауыу” өсөн булдырылған бер көнлөк фирмалар ҙа етерлек.
— Был йәһәттән күп миҫалдар килтерергә була. Транспорт тармағында ҙур килем юғалтабыҙ. Легаль булмаған таксистар һәм пассажир ташыусылар бихисап, 1,5 – 2 миллиард һум аҡса тап уларҙың кеҫәһендә юғала. Баҙарҙарҙағы шикле схемалар арҡаһында тағы 2-2,5 миллиард һум аҡса ҡаҙнаға инмәй, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент әйтеүенсә, йыл һайын бюджетҡа дөйөм алғанда 15-20 миллиард һум аҡса инеп етмәй. Был бик ҙур һан. Бында шулай уҡ кеҫә телефоны операторҙары эшмәкәрлеге тураһында әйтергә була. Улар Башҡортостанда миллиард һумдарса килем ала, ә ҡаҙнаға ни бары 150-200 миллион һум ғына һалым түләй. Был мәсьәләне яҡын арала тикшерергә һәм хәл итергә кәрәк. Шулай уҡ рәсми рәүештә башҡа төбәктәрҙә теркәлеп, беҙҙә эшләүсе предприятиелар ҙа республика ҡаҙнаһына һалым түләмәү юлдарын таба.
— Бындай проблемаларға күҙ йомоп ҡарарға ярамай. Һалымдар — беҙҙең халыҡтың килеме, йәшәү сифаты күрһәткесе бит. Мин һәр кеше өсөн үҙемдә ҙур яуаплылыҡ тоям, шуға бындай тойғо республикала эшләгән һәр эре предприятиела ла булырға тейеш, — тине Президент.
Артабан һүҙҙе Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вахитов алды. Ул һалымдар өлкәһендәге етешһеҙлектәрҙе һәм закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү тәңгәлендә хоҡуҡ һаҡлау һәм контролдә тотоусы органдарҙың эшмәкәрлеге хаҡында сығыш яһаны.
Марат Вахитов белдереүенсә, һалым түләүҙең етеҙлеге буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында 14 төбәк араһында ни бары 13-сө урында. Шуға күрә бында уйланырға һәм сара күрергә етди сәбәп бар.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад