Башҡортостан Башлығы Владимир Жириновский менән аралашыуы хаҡында һөйләне22.05.2026

«Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына яуап биреп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Жириновский менән аралашыуы тураһында һөйләне.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
– Ғәҙәттә кешеләр уны экспрессив һәм эмоциональ кеше итеп күрҙе. Ә уның менән кабинетында аралашҡанда алдымда һынсыл ҡарашлы, бик аҡыллы кеше тора ине. Тап ошондай форматта беҙ уның менән тығыҙ эшләгәнебеҙгә бик шатмын, – тине Башҡортостан Башлығы.

Партия рәйесе Леонид Слуцкий Башҡортостанды кешеләр тормошоноң төрлө өлкәләрендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә эталон тип атаны.

– Башҡортостанда Владимир Жириновский иҫтәлегенә арналған бер нисә сарала ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Әйтәйек, тантаналы йыйылыш, урам асыу, уның хөрмәтенә спорт турниры, – тип билдәләне Леонид Слуцкий. – Радий Фәрит улы Хәбировтың уникаль тәжрибәһе бар, республикаһына һәм халҡына тоғро. Осрашыуҙа көнүҙәк, шул иҫәптән МХО-ға ярҙам итеү, иҡтисадты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостандың халыҡ алдындағы бурыстарын үтәүгә системалы ҡарашы бигерәк тә ҡыуандыра, башҡа төбәктәр өсөн өлгө булып тора. 

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте


Вернуться назад