Гөлнур Ҡолһарина Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты вәкәләттәрен һалды21.05.2026

Гөлнур Ҡолһарина Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты вәкәләттәрен һалды

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы –  Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутат Гөлнур Ҡолһарина вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатты. Ул «Башинформ»ға үҙенең ҡарарын «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондындағы эшкә баҫым яһау кәрәклеге менән аңлатты.

«Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутат вәкәләттәрен һалдым. Беҙ ҡатмарлы, саҡырыуҙар заманында йәшәйбеҙ. МХО-ла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү эшмәкәрлеге күп көс, иғтибар талап итә. Беҙҙә яңы эшмәкәрлек йүнәлештәре барлыҡҡа килә, яңы проекттарҙы бойомға ашырабыҙ, үҫтерәбеҙ. Эшебеҙҙең девизы – «Барыһы ла Еңеү өсөн!», — тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы белешмәһе

Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина ике саҡырылыш дауамында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайланды. Үҙенең эшмәкәрлеге ваҡытында ул закондар сығарыу процесында әүҙем ҡатнашты, халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған ҡатламына, күп балалы ғаиләләргә, йәштәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән бик күп закондар сығарыу тәҡдимдәре индерҙе.



Вернуться назад