Яһалма интеллект өсөн яуаплы: Радий Хәбиров Башҡортостандың яңы вице-премьеры менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала яһалма интеллектты индереү буйынса стратегик сессияла яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында иғлан итте.
«Республика хөкүмәтенә яңы премьер-министр урынбаҫары килә, ул яһалма интеллектты индереү һәм ошо мәсьәләләрҙә ведомстволарҙы координациялау өсөн яуап бирә. Һеҙҙе бик күп федераль башланғыстарға һәм яһалма интеллект өлкәһендәге программаларға нигеҙ һалған тәжрибәле эксперт Олег Александрович Ли менән таныштырам», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Башинформ»ға билдәле булыуынса, әлегә тиклем Олег Ли Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы Яһалма интеллектты үҫтереү милли үҙәге директоры урынбаҫары, яһалма интеллектты үҫтереүҙең милли стратегияһын ғәмәлгә ашырыу мониторингы төркөмө етәксеһе вазифаһын биләне.