Республика йортонда Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы, «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» ассоциацияһы рәйесе Александр Брод менән осрашыу үтте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 18 майҙа Республика йортонда Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы, «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» ассоциацияһы рәйесе Александр Брод менән осрашты.
Көн тәртибендә – Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек мәсьәләләре.
2026 йылдың сентябрендә Рәсәй Дәүләт Думаһына, шулай уҡ Өфө ҡала советына һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлау була.
«Һайлауҙар конкурентлы булмаҡсы, һәм беҙ бөтә сәйәси партияларҙың әүҙемлеген күрәбеҙ», – тип билдәләне республика етәксеһе.
Александр Брод тауыш биреүҙе бойондороҡһоҙ күҙәтеүҙе ойоштороуҙың һәм һайлау кампанияларының асыҡлығы, легитимлығы өсөн шарттар булдырыуҙың мөһимлегенә баҫым яһаны.
«Май башында Башҡортостан федераль эксперттарҙың төбәктә һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса 900 уҡытыусы-тренер өсөн семинар уҙғарыу майҙансығына әүерелде. Ә ошо айҙың аҙағында Мәскәүҙә ҙур форум үткәрергә йыйынабыҙ. Уға республика вәкилдәрен дә саҡырҙыҡ, — тине Александр Брод. — Беҙҙең бурыс — эксперттар берләшмәһенең һөнәри кимәлен күтәреү, уны яңы, шул иҫәптән мәғлүмәти саҡырыуҙарға әҙерләү».
Радий Хәбиров «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» ассоциацияһы рәйесен август аҙағында Өфөгә Башҡортостандың Граждандар форумында ҡатнашырға саҡырҙы.