Башҡортостандың Мораҙым тарлауығына Белоруссиянан тағы 6 зубр килтерелде14.05.2026

Хәҙер республикала 31 зубр, шул иҫәптән Башҡортостан ерендә тыуған быҙауҙар йәшәй.

Фото: «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы | Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәре

«Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы Беловежье урманынан тағы алты зубр менән тулыланды, хәҙер Башҡортостанда улар 31-гә етте, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанға зубрҙар 2023 йылда Көньяҡ Уралдың ҡырағай тәбиғәтендә уларҙың тарихи популяцияһын тергеҙеү өсөн килтерелгәйне. Малҡайҙар «Мораҙым тарлауығы» паркы менән сиктәш Ыҡ заказнигына урынлаштырылған.

Был хайуандар таулы-урманлы урынға тиҙ яраҡлашҡан. Ике йыл ваҡыт эсендә 13 быҙау тыуған. 2030 йылға Башҡортостан зубрҙары һанын 50-гә еткереү планлаштырыла.

«Мин күп тапҡыр әйткәнем бар: был ахмаҡлыҡ түгел. Беҙ «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә биологик төрлөлөктө һаҡлау буйынса мөһим дәүләт бурысы менән шөғөлләнәбеҙ. Йәнә лә тәбиғәт-әсәгә бурысыбыҙҙы ҡайтарабыҙ. Кешеләрҙең ғәйебе менән зубрҙар юҡҡа сығыу сигенә етте, XX быуат башында уларҙы ҡырағай тәбиғәттә тулыһынса ҡырып бөтөрҙөләр. Советтар Союзы төрҙө тергеҙеү буйынса донъя үҙәктәренең береһенә әүерелде, бөгөн беҙ ошо ҙур эште дауам итәбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, Башҡортостан – илдә Беловежье зубрҙары ирекле биләмәлә йәшәгән берҙән-бер төбәк. Уларҙы Мораҙым тарлауығында үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкин», – тип билдәләне республика етәксеһе.
Фото: «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы | Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәре


Вернуться назад