Өфө клубы хоккейсыһының ғаиләһендә ҡайғы
«Салауат Юлаев» хоккейсыһы Данил Алалыкиндың ғаиләһенә ҡайғы килгән. Уның улы вафат булған. Күңелһеҙ хәбәрҙе хоккей күҙәтеүсеһе Артур Хәйруллин еткерҙе.
«Сәбәбе – ике яҡлы пневмония. Данилға һәм уның ғаиләһенә ҡайғыны еңеп сығырға өсөн көс, сабырлыҡ теләйем», – тип яҙа Хәйруллин үҙенең каналында.
«Башинформ» хоккейсының, уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.