6 майҙа Башҡортостан парламенты спикерын һуңғы юлға оҙаталар05.05.2026

6 майҙа Башҡортостан парламенты спикерын һуңғы юлға оҙаталар

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

6 майҙа Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв менән бәхилләшеү сараһы була.

Константин Толкачёв менән бәхилләшеү 6 майҙа иртәнге сәғәт 9-ҙан 11-гә тиклем республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында уҙа. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт.

Матәм митингы иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Башинформ хәбәр иткәнсә, оҙаҡҡа һуҙылған ҡаты ауырыуҙан һуң Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв 74-се йәшендә арабыҙҙан китте.



Вернуться назад