Башҡортостанға Белоруссияның Рәсәйҙәге илсеһе килде05.05.2026

Республика йортонда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | glavarb.ru
Фото: glavarb.ru | сайт

4 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белоруссияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Юрий Селиверстов менән осрашты. Сарала Беларусь Республикаһының Өфөләге генераль консулы Александр Ковалёв ҡатнашты. Яҡтар иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Радий Хәбиров Юрий Селиверстовты вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм Өфөгә килгәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙҙең республика өсөн Беларусь – туғандаш төбәк, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә төп партнерҙарҙың береһе. Беҙҙең сәнәғәт кооперацияһы өлкәһендә хеҙмәттәшлектең бер нисә уңышлы миҫалы бар. Мәҫәлән, МАЗ-дың Өфө трамвай-троллейбус заводы менән электр транспортын үҫтереү буйынса проекты. Ауыл хужалығы машиналарын төҙөүҙә лә уртаҡ башланғыстар бар. Былтыр көҙ «Белоруссия машиналары» мультибренд етештереү-сервис үҙәген сафҡа индерҙек. Беҙҙең төбәктә Белоруссияла сығарылған техниканың ҙур паркы эшләй, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Республикаларыбыҙ араһында мәҙәни-гуманитар тректа ла хеҙмәттәшлек алып барыла. Туризмды үҫтереүгә лә иғтибар бүләбеҙ. 2023 йылдан оло быуын өсөн «Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге» проектын тормошҡа ашырабыҙ. Өфөнән Минскиға тура авиабәйләнеш асылды. 

Белоруссияның Рәсәйҙәге илсеһе Башҡортостан Башлығына хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ынтылышы өсөн рәхмәт әйтте.

– Беҙҙең Генераль консуллыҡты Өфө үҙәгендә урынлаштырған өсөн айырым рәхмәт, – тине Юрий Селиверстов. – Ысынлап та, Башҡортостан менән Беларусь күп кенә тармаҡтар, шул иҫәптән машиналар төҙөү өлкәһендә тығыҙ эшләй. Рәсәй территорияһында 700-ҙән ашыу троллейбус сығарылды һәм һатылды. Был һәйбәт күрһәткес. Шулай уҡ иген киптереү комплекстары менән тәьмин итергә әҙербеҙ. Беҙҙең хеҙмәттәшлек нығынасаҡ ҡына. Башланғыстарҙы үҫтереү өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын.

Яҡтар шулай уҡ Рәсәй-Белоруссия инвестиция кластерын булдырыуҙы, туризм өлкәһендәге, агросәнәғәт комплексындағы проекттарҙы һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерҙе.




Вернуться назад