Радий Хәбиров Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы менән таныштырҙы04.05.2026

Радий Хәбиров Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы менән таныштырҙы

Фото: Өфө мэрияһы | матбуғат хеҙмәте

4 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы менән таныштырҙы. Өфө ҡала советы Сергей Петрович Кожевниковҡа баш ҡала башлығы вазифаһын башҡарыу бурысын йөкмәтте, тип иҫкә төшөрҙө ул.

 – Сергей Петрович, был ауыр йөктө тартырға тура киләсәк. Хәҙер бөтә хеҙмәттәрҙең дә эшләүе мөһим, – тине республика етәксеһе.

Башинформ яҙғанса, Өфө мэры Ратмир Мәүлиев ике айға Тәфтиш изоляторына оҙатылды. Уға вазифа вәкәләттәрен артыҡ  файҙаланыуҙа һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

 

 





Вернуться назад