Сергей Кожевников Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде
30 апрелдә Сергей Кожевников Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Сергей Кожевников 1975 йылдың 10 ғинуарында тыуған. Мәскәүҙә Иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар һәм баҙарға идара итеү институтын тамамлаған. 2007-2014 йылдарҙа квалификация күтәреү программалары буйынса уҡыған. Өйләнгән, ике балаһы бар.
Хеҙмәт юлын, Өфө энергетика техникумында уҡып һәм армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, 1997 йылда «Уралспецэнерго» акционерҙар йәмғиәтендә монтажсы булып башлай, аҙаҡ «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләй. Предприятиела электромонтерҙан алып цех начальнигына тиклем үрләй, биш йылдан ашыу заводтың иң яуаплы участкаларының береһе – 3в2 цехы етәксеһе була. 2015 йылдан – Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы, ә 2022 йылдың апрелендә Өфөнөң беренсе вице-мэры итеп тәғәйенләнә.