Өфө скверына Мостай Кәрим исеме бирелде

29 апрелдә Өфө ҡала советы депутаттары бер тауыштан скверға Мостай Кәрим исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был мәсьәлә комиссияларҙа тикшерелде.
Өфө ҡала советы рәйесе Марат Вәсимов әйтеүенсә, ҡала халҡы был скверҙы күптән шулай тип атап йөрөтә. Хәҙер уға рәсми исем бирелде.
Башинформ Өфөлә Владимир Жириновский урамы барлыҡҡа килеүе тураһында ла хәбәр иткәйне.