Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы29.04.2026

Өфөнөң муниципаль бүлексәләре штат режимында эшләй – ҡала советы

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»

Өфө ҡала советы рәйесе Марат Вәсимов 29 апрелдә бишенсе саҡырылыш ҡала округы советы ултырышында баш ҡала бүлексәләренең штат режимында эшләүе хаҡында хәбәр итте.

«Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡала хакимиәте етәкселегенә ҡарата процессуаль ғәмәлдәр башҡара – уларҙың һөҙөмтәләре буйынса объектив хоҡуҡи баһа биреләсәк, – тине ул. – Хәҙер иң мөһиме – ҡала идаралығының тотороҡлоғон һаҡлау. Бөтә бүлексәләрҙең урынбаҫарҙарына һәм етәкселәренә штат режимында эшләргә, ҡала халҡы алдындағы бурыстарҙы аныҡ үтәргә кәрәк».

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә Өфө мэры Ратмир Мәүлиевтың ҡулға алыныуына аңлатма бирҙеләр. Ул вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа һәм ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. 



Вернуться назад