Республика етәксеһе демография өлкәһендә даими пропагандалау системаһын формалаштырыу буйынса әүҙем эш башланыуын белдерҙе.
Бөгөн, 28 апрелдә, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә республика хөкүмәтенең һәм Стратегик башланғыстар агентлығының «Башҡортостанда ғаиләгә, тыуымға һәм күп балалыҡҡа булышлыҡ итеү, демография сәйәсәтен камиллаштырыу» проект-аналитик сессияһы башланды.
Сарала республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнаша. Сессияны асып, ул республикала демография өлкәһендә даими рәүештә пропагандалау һәм эш итеү системаһын булдырыу буйынса әүҙем эш башланыуы тураһында әйтте.
«Республикабыҙҙа тыуым һәм үлем кимәлен сағылдырған күрһәткестәрҙең мөһимлеген аңлайбыҙ. Улар төбәк менән идара итеү һөҙөмтәлелегенең төп индикаторҙары булып тора. Беҙҙә демографик хәл ҡатмарлы. Ҡайһы бер күрһәткестәр бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында тыуым кимәленең кәмеүен күрһәтә. Был проблема етди иғтибар һәм етди ҡарарҙар талап итә. Хәлгә йоғонто яһаған меңләгән сәбәп бар, әммә мөһимдәренең береһе – тыуымдың кәмеүе.
Оҙайлы һәм индивидуаль эш көтөлә. Кешеләр нормаль ғаиләләрҙә, уңайлы мөхиттә йәшәргә теләй. Иҡтисади тотороҡлолоҡ, эш булыуы, социаль инфраструктура — мәктәптәр, балалар баҡсалары, һаулыҡ һаҡлау — быларҙың барыһы ла халыҡты үҫтереү өсөн төп шарттар булдыра. Әүҙем йәштәр йәшәү һәм үҫеш өсөн уңайлы шарттар булдырылған төбәктәрҙә ҡала», — тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларының инфраструктураһына ла иғтибар итергә кәрәк. Һуңғы ике йылда республикала 15 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды. «Ғаилә» милли проекты ярҙамында төбәктә перинаталь үҙәктәр яңыртылды. Яңы тыуған балаларҙы ҡарау буйынса алдынғы технологиялар индерелде.
«Һәр учреждениеның яҙмышын өс нәмә хәл итә: беренсеһе – кадрҙар, икенсеһе – ошо кадрҙарҙың эш процесы, өсөнсөһө – уларҙың пациенттар менән аралашыуы. Перинаталь үҙәктәр яҡшы эш башҡара, был сабыйҙар үлеме күрһәткестәрендә лә сағылыш таба. Хәҙер ул элеккегә ҡарағанда дүрт тапҡырға кәмерәк. Башта күрһәткестәр юғары ине», — тине Радий Хәбиров.
Белешмә
Бөгөн Башҡортостанда 74 меңдән ашыу ишле ғаилә йәшәй. Республикала 200 меңдән ашыу балалы ғаилә 50-гә яҡын ярҙам сараһы ала.