Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе27.04.2026

Башҡортостан Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Фото: скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе

Башҡортостандың Тәтешле районы муниципаль район советы ҡарары менән Солтанов Денис Айрат улы контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул район хакимиәтенең эштәр идарасыһы булып эшләне. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

— Денис Айрат улы, уңыштар теләйбеҙ! Барығыҙ ҙа беләһегеҙ, хәҙер Фәнүр Рәфис улы (Шәйхисламов – ред. иҫкәрмәһе) мәҙәниәт министры вазифаһын башҡара, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Районда бик күп яҡшы эштәр башҡарылды, ошо эстафетаны ҡабул итегеҙ һәм алға табан барығыҙ.

Бынан алдараҡ «Башинформ»Тәтешле районының элекке башлығын мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.



Вернуться назад