Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай23.04.2026

Башҡортостанда закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай

Фото: «Башинформ» | Архив

Дәүләт Йыйылышы депутаттары 32-се ултырышта ике аҙаҡҡы уҡыуҙа «Умартасылыҡ тураһында» республика законына төҙәтмәләр ҡабул итте. Үҙгәрештәр бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуына юл ҡуймау өсөн умартасыларға пестицидтар ҡулланыу тураһында мәғлүмәт биреү ваҡытын аныҡлай һәм тәртибен камиллаштыра. Был мәғлүмәт киң мәғлүмәт саралары аша таратылырға, шулай уҡ пестицидтарҙы һәм агрохимикаттарҙы күҙәтеү федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында урынлаштырылырға тейеш. Закон быйыл март айында беренсе уҡыуҙа раҫланды.

Башҡортостанда бал ҡорттарының ағыуланыуына юл ҡуймау тураһында ике йыл элек үк һөйләй башлағайнылар. Ул саҡта депутаттар, киң мәғлүмәт сараларында был мәғлүмәт сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү эше башланыуға 10 көндән дә алдараҡ һәм 5 көндән дә һуңға ҡалмайынса еткерлергә тейеш, тигән норманы раҫланы.



Вернуться назад