Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне22.04.2026

Рәсәй президенты яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне

Фото: Кремлин.ру | сайт

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. «Башинформ» асыҡлауынса, бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар.

Документтан күренеүенсә, ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балаларын лайыҡлы тәрбиәләүҙә ҡаҙаныштарға өлгәшкән Олеся һәм Сергей Елисеевтар, Гөлнара һәм Факил Фәтхуллиндар «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнде. Наталья һәм Александр Самойловтарға «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы тапшырылды.

«Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы телевидение студияһының күңел асыу программалары редакцияһы етәксеһе Рита Өмөтбаеваға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

 



Вернуться назад