Республика етәксеһе БПЛА һөжүмдәренә етди ҡарарға саҡырҙы21.04.2026

Радий Хәбиров һәләк булған янғын һағы водителенең ғаиләһенә ярҙам тураһында әйтеп үтте.

Фото: Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге | Скриншот

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә муниципаль властарға һәм министрҙар кабинетына пилотһыҙ осоу аппараттарының террористик һөжүмдәренә етди ҡарарға кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрҙө.

«Беҙҙең Оборона министрлығы һәм предприятие һаҡсылары һөҙөмтәле эшләне, ләкин ведомствоның янғын һағы водителе һәләк булды. Мин ҡалаға һәм предприятиеға йөкләмәләр бирҙем. Ғаиләгә ярҙам күрһәтеүҙе контролдә тоторға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

«Башинформ» пилотһыҙ осоу аппараттарының Стәрлетамаҡҡа һөжүме һөҙөмтәһендә һәләк булған 65 йәшлек Сергей Громовты туғандары, яҡындары һәм ҡала властары һуңғы юлға оҙатыуы тураһында хәбәр иткәйне.



Вернуться назад