Владимир Путин Башҡортостанда судьялар тәғәйенләне

Рәсәй президенты Владимир Путин федераль судтар судьяларын тәғәйенләү һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары судьяларының квалификация коллегияларында Рәсәй Президенты вәкилдәре тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Әлиә Вәлиуллина – Баймаҡ районы суды рәйесе, Рөстәм Хәкимов Өфөнөң Совет районы суды рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Алмаз Исхаҡов – Баймаҡ районы суды судьяһы, Ильмира Әйүпова – Өфөнөң Киров районы суды судьяһы, Оксана Милицова – Күгәрсен район-ара суды судьяһы, Ришат Ханнанов – Өфөнөң Ленин районы суды судьяһы вазифаһын алды.