Константин Климин Башҡортостан сауҙа министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан итте.
Бөгөнгә тиклем Константин Климин Рәсәйҙең Белоруссиялағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиле вазифаһын биләне.
Белоруссияла Климин үҙ эшен бик яҡшы башҡарҙы, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
«Бөгөн бойороҡҡа ҡул ҡуйылды. Уны Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров һәм Константин Климинға яңы вазифала уңыштар теләне.