Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе Яна Гайдук иреккә сығырға әҙерләнә30.03.2026

Элекке чиновникка яңы хөкөм ҡарары сығарылды.

Фото: Яна Гайдуктың социаль селтәрҙәре | vk.com

Һамарҙа алтынсы кассация суды Өфө ҡалаһы Киров районы судының Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе Яна Гайдукка хөкөм ҡарарын һәм республика Юғары судының апелляция ҡарарын ғәмәлдән сығарҙы. Кассация инстанцияһы судьяһы Рөстәм Ваһапов элекке чиновникка яңы хөкөм ҡарарын раҫланы.

«Ултырыш 30 мартта үтте. Өфөнөң Киров районы суды ҡарары, республика Юғары судының апелляция ҡарары ғәмәлдән сығарылды. Уның ғәмәлдәре Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 286-сы статьяһының икенсе өлөшөнә алмаштырылды һәм 1 йыл да 10 ай яза тәғәйенләнде. Шулай итеп, тиҙҙән Яна Гайдук иреккә сыға», — тине «Башинформ»ға Гайдуктың адвокаты Лиана Фәйзуллина.  

Бынан алдараҡ Башинформ 2025 йылдың июлендә Өфөнөң Киров районы суды экс-чиновникты 3,5 йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатыуы һәм 2,5 йылға билдәле бер вазифалар биләү хоҡуғынан мәхрүм итеүе тураһында хәбәр иткәйне. Октябрҙә Башҡортостандың Юғары суды ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-03-30/byvshaya-glava-goskommolodezhi-bashkirii-yana-gayduk-gotovitsya-k-osvobozhdeniyu-4632161



Вернуться назад