Рәсәй Геройы, Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусы Денис Чернавин «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына һайлауҙа ҡатнаша. Был хаҡта «Башинформ»ға мәғлүмәтле сығанаҡтарҙан билдәле булды.

Уның менән бергә һайлауҙа башҡа төбәктәрҙән «Алтын йондоҙ» менән бүләкләнгән Геройҙар ҡатнаша. Алдан тауыш биреүгә Станислав Кочев (Коми), Дашибал Мункожаргалов (Бүрәтстан) һәм Балдан Цыдыпов (Байкал аръяғы), Буян Куулар (Тыва), Максим Девятов (Һамар өлкәһе), Александр Лапин (Татарстан), Олег Ликонцев (Красноярск крайы), Наран Очир-Горяев (Ҡалмыҡстан) ғариза биргән йәки документтар тапшырырға йыйына.
Шулай уҡ Дәүләт Думаһына МХО-ла ҡатнашҡан һәм юғары награда алған депутаттар Дмитрий Саблин (Мәскәү) һәм Адам Делимханов (Чечня) ҡайтанан һайлана.