Радий Хәбиров ҡош бейеклегенән йылғаларҙың торошон күрһәтте26.03.2026

Ҡайһы бер райондарҙа йылғалар боҙҙан әрселә башлаған.

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре | МАХ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең МАХ каналында ҡош бейеклегенән республика йылғаларының торошон күрһәтте.

Был кадрҙарҙа Бөрйән районының матурлығы, шихандар, бейек ҡаялар күренә.

«Беҙҙең ҙур, ғәжәйеп матур Башҡортостан. Һоҡланғыс күренеш! Ошо фотоларҙа ҡайһы бер йылғаларҙың боҙҙан әрселә башлауы күренә. Быйыл йылы ғәҙәттәгенән иртәрәк килде, хәҙер бөтә хеҙмәттәр ҙә ҙур һыуҙың килеүенә әүҙем әҙерләнә», — тип яҙа Радий Хәбиров.

Бөгөн, 26 мартта, яуаплы власть вәкилдәре Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа ошо эштең барышын тикшерә, тип иҫкә төшөрҙө республика етәксеһе. «Беҙҙең бурыс – яҙғы ташҡындың халыҡ өсөн мөмкин тиклем хәүефһеҙ үтеүен тәьмин итеү», — тип билдәләне ул.

Брифинг киске сәғәт 7-лә башлана. Уны ТВ эфирында һәм Республика менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-03-26/glava-bashkirii-radiy-habirov-pokazal-sostoyanie-rek-s-vysoty-ptichiego-poleta-4628649



Вернуться назад