Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелде

Башҡортостан Хөкүмәте 2024-2030 йылдарға авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаны раҫланы. Программаның дөйөм күләме ете йылға 3,9 миллиард һум тәшкил итә. Шуның 2,34 миллиард һумы Биләмәләрҙе үҫтереү фондына тура килә, 1,38 миллиард һумы – республика бюджетынан, 1,38 миллиард һумын муниципалитеттар һалырға тейеш. Программала бөтәһе 21 ҡала һәм ҡасаба ҡатнаша. Икенсе этапты бойомға ашырыуға (2025-2026) — 884,5 миллион һум, өсөнсөһөнә (2026-2027) 1,52 миллиард һум бүленгән.
Йыл башына дөйөм майҙаны 352 мең квадрат метр булған 774 йорт авария хәлендә тип танылған. Хәбәр иткәнебеҙсә, былтыр 145 мең «квадрат» иҫке фондтан 1,3 мең кеше күсенгән.