Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Рәсәй Фәндәр академияһы вице-президенты Геннадий Месяц һәм академияның Урал бүлексәһе етәкселеге менән осрашты.
Унда Башҡортостандағы инвестиция проекттарын фәнни яҡтан үҫтереү, шулай уҡ иҡтисад өлкәһендәге бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Фәндәр академияһы белгестәрен республикабыҙға йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Осрашыу барышында Башҡортостан Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге һәм Урал бүлексәһе араһында фәнни-техник хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.