Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һиндостандың Hindustan Aeronautics Limited (HAL) авиатөҙөлөш компанияһы вәкилдәре менән осрашты.
Унда “Оборонпром” корпорацияһы генераль директорының Һиндостан менән хеҙмәттәшлек буйынса урынбаҫары Игорь Чечиков, Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһының идарасы директоры Дмитрий Колодяжный, “Рособоронэкспорт” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Александр Михеев, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры Александр Артюхов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Осрашыуҙа авиатөҙөлөш өлкәһендәге хеҙмәттәшлек, Һиндостан корпорацияһы менән Өфө моторҙар эшләү берекмәһе проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре, шулай уҡ киләсәктә үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Бынан тыш, Башҡортостан менән Һиндостан араһында иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү зарурлығы хаҡында һүҙ барҙы.
Л. ДӘҮЛИЕВА.