Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк12.03.2026

Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов ваҡытынан алда отставкаға китте. Радий Хәбиров уға эше өсөн рәхмәт белдереп, уның командала ҡалыуын һәм яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итәсәген билдәләне.

Фото: Олег Яровиков | Башинформ

Бөгөн, 12 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Тәтешле районына килде.

Үрге Тәтешле ауылында ул район советы ултырышында ҡатнашты. Унда урындағы депутаттар Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Тәтешле районында эшләгән осорҙа Фәнүр Шәйхисламов үҙен оҫта ойоштороусы һәм идарасы, һөҙөмтәле эшләгән заманса етәксе итеп күрһәтте, тип билдәләне Радий Хәбиров үҙ сығышында.

Башҡортостан Башлығы бындай ҡарарҙың сәбәптәрен аңлатыу өсөн махсус рәүештә районға килеүе тураһында әйтте. 

- Район хакимиәте башлығын алмаштырыу идара итеү командаһы өсөн дә, район халҡы өсөн дә һәр ваҡыт ҙур стресс булыуын яҡшы аңлайым. Фәнүр Рәфис улы кеүек етәксенең алмашыныуы икеләтә ҙур стресс, сөнки биш йылдан ашыу эшләү дәүерендә ул үҙен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә яуаплы ҡараған заманса идарасы итеп күрһәтте. Ошо мөһим күрһәткес буйынса эш сифатын билдәләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Беҙ Фәнүр Рәфис улын Өфөгә алабыҙ, алда уны үтә яуаплы вазифа көтә. Беҙгә республикабыҙ Мәҙәниәт министрлығының эшен яйға һалырға кәрәк. Был ҙур дәүләт органы булып тора, 2000 яҡын ауыл мәҙәниәт йорто, ҡала мәҙәниәт йорттары, 1000 мәҙәниәт хеҙмәткәре бар, шулай уҡ республика халҡы. Улар барыһы ла мәҙәниәттең үҫешеүен теләй. Шуға күрә мин Фәнүр Рәфис улын мәҙәниәт министрлығына күсереү тураһында ҡарар ҡабул иттем. Мәҙәниәт министрлығына хәҙер тәжриәбле ойоштороу сифаттарына эйә булған кеше кәрәк.

Фәнүр Шәйхисламов Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы етәксеһе вазифаһын башҡарасаҡ.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-03-12/glava-tatyshlinskogo-rayona-bashkirii-zaymetsya-ministerstvom-kultury-4611183



Вернуться назад