Денис Мантуров Башҡортостандың башланғыстарын хупланы

Рәсәй хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Денис Мантуров Башҡортостандың бер нисә әһәмиәтле башланғысын хупланы, тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
«Бында Сәнәғәтте үҫтереү фонды, кластер инвестиция майҙансыҡтары буйынса проекттар ҙа бар. Барлыҡ башланғыстар ҙа хуплау тапты, шуға күрә беҙгә бының менән эшләргә кәрәк», — тип йөкләмә бирҙе Хәбиров республиканың идара итеү командаһына.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе һәм Денис Мантуров Өфөнөң төп предприятиеларында булды, шулай уҡ МО биләмәһенә гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашты.