Киләһе йыл Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан ҡалаға 75 йыл тула. Юбилейға әҙерлек республика Президенты Указына һәм Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған саралар планына ярашлы алып барыла. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов рәйеслегендә үткән ойоштороу комитеты ултырышында тәү сираттағы бурыстар ҡаралды.
Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, ҡала биләмәһендә тормошҡа ашырылған саралар уның социаль-мәҙәни, етештереү базаһын нығытыу һәм үҫтереү, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға бәйле.
Автомобиль юлдарын төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башланған. Халыҡты авария хәлендәге йорттарҙан күсереү буйынса сара күрелә.
Юбилей объекттары республиканың адреслы инвестиция программаһынан, шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан финансланасаҡ тип күҙаллана. Байрамға 220 һәм 110 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы, үҙәк ҡала дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлеге бинаһы сафҡа индереләсәк, Көньяҡ биҫтә инженерлыҡ селтәре йәһәтенән тәьмин ителәсәк. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын проектлау һәм төҙөү, Таналыҡ йылғаһындағы гидротехник ҡоролманы төҙөкләндереү, әүәлге сүплекте, йылғаны таҙартыу ҡарала.
Иҫтәлекле байрам айҡанлы Баймаҡта Алдар батыр Иҫәкәевкә скульптура экспозицияһы асыласаҡ, ХIХ быуаттың архитектура һәйкәле — сауҙагәр Кабановтың йорто археологик музей итеп үҙгәртеләсәк. Элекке ҡойоу-механика заводы клубы урынында өр-яңы Никах һарайы барлыҡҡа киләсәк. Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында Таналыҡ йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күпер һалынасаҡ.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов белдереүенсә, “Нәсихәт” мәсетендә төҙөкләндереү эштәре тамамланған.
Мәғариф учреждениеларында, башҡа социаль-мәҙәни объекттарҙа ла яңыртыу эштәре тормошҡа ашырыласаҡ.
Баймаҡтың үҙәк майҙанын да үҙгәрештәр көтә. Ҡаланы йәшелләндереүгә айырым урын бирелә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу өсөн бер нисә берәмек техника һатып алынасаҡ. “Ирәндек” ҡурсаулығының тарихи-археологик һәм ландшафт музейы биләмәһендә ғилми-тикшеренеү үҙәген проектлау эше башланды.
Халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртыу маҡсатында заманса компьютер томографы, телемедицина өсөн система, автотранспорт һатып алына.
Тағы ла бер мөһим дата иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Киләһе йыл Баймаҡ ҡойоу-механика заводына 100 йыл тула. Ошо ваҡиғаға арнап предприятие тарихын һәм тормошон сағылдырған китап нәшер ителәсәк.
Юбилей саралары Башҡортостандың баш ҡалаһын да ситләтеп үтмәйәсәк. Киләһе йыл көҙ Өфөлә Баймаҡ көндәрен үткәреү күҙаллана.
— Ҡаланың 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлекте тантаналы сараларға ғына ҡайтарып ҡалдырырға ярамай, — тине Илшат Тажетдинов. — Ул ошо ерҙәге халыҡтың тормошон яҡшыртыу буйынса эштең, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү программаһына ярашлы тормошҡа ашырған сараларҙың дауамы булырға тейеш.
Л. ФӘРИТОВА.