Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе24.02.2026

Радий Хәбиров республика мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуына үҙ фекерен белдерҙе

Фото: скриншот / Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе трансляцияһы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡулға алыныуына комментарий бирҙе.

– Әминә Ивний ҡыҙын бик намыҫлы кеше һәм яҡшы министр тип иҫәпләйем, – тине Радий Хәбиров. – Ул 2012 йылдан алып эшләй. 14 йыл эшләү – мәҙәниәтебеҙҙең, уның институттарының, мәҙәниәт инфраструктураһының сәскә атҡан осоро, был – уның мәҙәниәт министры вазифаһында башҡарған ғәйәт ҙур хеҙмәте.

Радий Хәбиров бәлиғ булмаған балалы ҡатын-ҡыҙға һәм әсәгә ҡарата ҡулға алыу сараһын һайлауға бәйле хәлде үтә ауыр һәм аңлайышһыҙ тип атаны.

– Минең өсөн был бик ауыр, аңлайышһыҙ хәл. Мин һәр саҡ, тәфтиш комитеты тикшерер, ә суд ҡарар сығарыр, тимен, ләкин бәлиғ булмаған балаһы булған ҡатынға ҡарата ни өсөн ҡулға алыу сараһын һайлауҙарын аңламайым, – тип билдәләне республика етәксеһе.

Республика Башлығы хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаевтан министр вазифаһын башҡарыусы кандидатураһы буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һораны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 февралдә Мәскәүҙең Басман районы суды Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованы 17 апрелгә тиклем һаҡ аҫтына алды. Ул аҡса туҙҙырыуҙа һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-24/radiy-habirov-prokommentiroval-arest-ministra-kultury-bashkirii-4589983



Вернуться назад