Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды24.02.2026

Олег Астахов ҡабаттан Күмертау мэры итеп һайланды

Фото: Күмертау ҡалаһы советы / матбуғат хеҙмәте

Күмертау ҡала советы хакимиәт башлығы вазифаһына кандидатураны раҫланы. Депутаттар корпусы конкурс комиссияһы ҡарары буйынса элекке хакимиәт башлығы Олег Астаховты хупланы. Был хаҡта ҡала советының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Олег Астаховтың контракт ваҡыты 30 ғинуарҙа тамамланды. Ҡағиҙәләр буйынса, ул рәсми рәүештә вәкәләттәрен һалды һәм ошо вазифаны биләү өсөн конкурста ҡатнашты.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-24/oleg-astahov-pereizbran-merom-bashkirskogo-kumertau-4589668



Вернуться назад