Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һиндостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Аджай Малхотра менән осрашыу барышында Башҡортостан менән Һиндостан араһында иҡтисади һәм мәҙәни өлкәлә үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тураһында фекер алышты.
Рөстәм Хәмитов илсенең беҙҙә алты йыл элек булыуын билдәләне.
— Башҡортостан Республикаһының Рәсәй составында ҙур, етди биләмә булыуын иҫәпкә алғанда, был ярайһы уҡ ҙур арауыҡ, — тине Президент. — Беҙҙең республиканың ил иҡтисадында тотҡан урыны һиҙелерлек икәнен аңлайбыҙ. Быйыл апрелдә Рәсәй менән Һиндостан араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға 65 йыл тулды. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙең бәйләнештәр ихлас дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек өлгөһө булды. Республика ике ил араһындағы тауар әйләнешен арттырыуға ҙур өлөш индерә. Былтыр беҙ тауар әйләнешен 250 миллион доллар кимәленә еткерҙек.
Беҙҙең республика менән Һиндостан араһында мәҙәни бәйләнеш тә яйға һалынған. Киләһе йыл “Башҡортостан — Һиндостан” дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәтенең 40 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Бынан тыш, Өфөлә һиндтарҙың мәҙәни үҙәге эшләй. Беҙҙең артистар бер нисә тапҡыр Һиндостан ҡалалары буйлап гастролдә булды. Башҡортостандың Ҡурсаҡ театры — 25 йыл элек “Һиндостан легендаһы” спектакле өсөн Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ булған Рәсәй коллективтарының береһе.
Осраҡтан файҙаланып, Рөстәм Хәмитов абруйлы ҡунаҡты 15 августа билдәләнәсәк байрам — Һиндостандың бойондороҡһоҙлоғоноң 65 йыллығы менән ҡотланы. “Бөйөк һәм ҡеүәтле ил” халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм уңыштар теләне.
М. МӨХӘМӘТОВА.