Александр Бурдо Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде16.02.2026

Александр Бурдо Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Рәсәй Федерацияһы Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Александр Бурдо вазифаһын ҡалдырҙы һәм Башҡортостан башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта 16 февралдә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Александр Борисович Бурдо оҙаҡ йылдар беҙҙә Росгвардияның Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе, начальнигы булып эшләне. Ул граждандар хеҙмәтенә күсергә ҡарар итте. Беҙ был мәсьәләне тикшерҙек. Александр Борисович, Росгвардияның республика буйынса идаралығы начальнигы вазифаһында намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Беҙ һеҙҙең менән ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иттек. Шуға күрә барыбыҙ ҙа һеҙгә рәхмәтлебеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы бойороғо менән Александр Бурдо Башҡортостан етәксеһе ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-16/aleksandr-burdo-naznachen-pomoschnikom-glavy-bashkirii-4579677



Вернуться назад