Башҡортостанда хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары тәғәйенләнде12.02.2026

Башҡортостанда хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары тәғәйенләнде

Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан хөкүмәте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Алексей Касьянов республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Алексей Анатольевич Касьянов республикала һөҙөмтәле эшләгән идарасыларҙың береһе булараҡ билдәле. Оҙаҡ йылдар ул прокуратура һәм тикшереү органдарында эшләй, Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор вазифаһын башҡара.

Алексей Касьянов – юстиция генерал-лейтенанты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Улар иҫәбендә 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы, Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары, Рәсәй Именлек советының «Халыҡ-ара именлекте нығытыуҙағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы бар.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-11/aleksey-kasyanov-naznachen-i-o-zam-premier-ministra-pravitelstva-bashkirii-4574526



Вернуться назад