Республика етәксеһе БДМУ ятағында зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтергә ҡушты09.02.2026

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә уҙған аҙнала Өфөнөң 16-сы мәктәбендә һәм БДМУ ятағында булған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һуң хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә иғтибар бүленде.

Фото: скриншот / Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе

– Һиндостан студенттарына тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ. Биш кеше яраланған. Айрат Рәзиф улы, контролдә тоторға һәм, әлбиттә, тейешле ярҙам күрһәтергә, – тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға.

Бөгөнгө стериль булмаған донъяла нығынып етмәгән балаларҙы гаджеттар аша кире хәл-ваҡиғаларға этәрәләр, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Һаҡты көсәйтергә, беҙгә алдан фаразларға, аңларға кәрәк, – тип билдәләне республика Башлығы. – Ә егеттәрҙе дауаларбыҙ, улар менән аралашырбыҙ. Ғөмүмән, беҙ бөтә милләттәр менән дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-09/radiy-habirov-poruchil-okazyvat-sodeystvie-postradavshim-v-obschezhitii-bgmu-4570338



Вернуться назад