Башҡортостан Башлығы хис-тойғоларҙы ситкә ҡуйырға һәм мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен хәл итергә саҡырҙы09.02.2026

Башҡортостан Башлығы республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә уҙған аҙнала Өфөнөң 16-сы мәктәбендә һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ятағында булған ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында һөйләне.

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

– Эмоцияларҙы ситкә ҡуйырға, айыҡ аҡыл менән эш итергә һәм төп мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Беҙҙең мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһын көсәйтеү тураһында уйлау зарур, – тине Радий Хәбиров. – Бының менән шөғөлләнәбеҙ, аныҡ саралар тураһында хәбәр итербеҙ. Хәҙер мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте бер кимәлгә арттырабыҙ. Бәхеткә күрә, ауыр эҙемтәләрһеҙ үткәреп ебәрҙек. 

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, тағы бер сара – профилактика.

– Мәктәпкә килгәндә, буллинг факты раҫланһа һәм мәктәп әһәмиәт бирмәһә, кадрҙар буйынса ҡарарҙар ҡабул итербеҙ. Әгәр мәктәптә быға юл ҡуялар һәм был ауыр эҙемтәләргә килтерә икән, тимәк, беҙ ошо кешеләр менән хушлашырға тейешбеҙ. Әлеге ваҡытта уҡыусыларҙың фекере буйынса мәғлүмәт туплана. Эш тамамланғас, тейешле ҡарар ҡабул итербеҙ, – тине республика Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-09/glava-bashkirii-prizval-otklyuchit-emotsii-i-reshit-zadachi-bezopasnosti-shkol-4570288



Вернуться назад