Рәсәй Президенты ҡарамағында Дини берләшмәләр менән үҙ-ара эш итеү советы ойошторолдо. Тейешле указға Владимир Путин ҡул ҡуйған.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратының баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин Совет составына инде.
Советтың төп маҡсаты – дәүләт һәм дини берләшмәләр араһындағы мөнәсәбәттәр өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен камиллаштырыу, илдең ң традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу.
Документ Совет тураһында яңы положениены ла раҫлай.