Фиҙәрис Лоҡманов «Горзеленхоз» етәксеһе итеп тәғәйенләнде04.02.2026

Фиҙәрис Лоҡманов «Горзеленхоз» етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Фото: скриншот / Өфө хакимиәтенең оператив кәңәшмәһенең трансляцияһы

Ратмир Мәүлиев ҡала хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Ҡаланы йәшелләндереү хужалығының яңы директоры Фиҙәрис Лоҡманов менән таныштырҙы.

«Эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Беҙҙең парктар таҙа, матур булһын», – тине баш ҡала мэры.

Фиҙәрис Лоҡманов 1984 йылда Нефтекамала тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Электр менән иретеп йәбештереүсенән алып төрлө предприятиеларҙа участка начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 2022 йылдан «Горзеленхоз»да компьютер тәьминәте бүлеге начальнигы, ә һуңынан баш инженер булып эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-04/gorzelenhoz-v-ufe-vozglavil-fidaris-lukmanov-4564361



Вернуться назад