Башҡортостан Запорожье өлкәһе менән парламент-ара килешеү төҙөй04.02.2026

Килешеү Запорожье өлкәһенең сәйәси-хоҡуҡи интеграцияһы ҡоралы булып тора.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Башҡортостан һәм Запорожье өлкәһе парламенттары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға әҙерләнә. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү перспективаларына аңлатма бирҙе.

Уның һүҙҙәренсә, Дәүләт Йыйылышы Запорожье өлкәһендәге коллегаларыбыҙҙан парламент-ара килешеү төҙөү тәҡдиме менән хат килгән.

— Әле беҙ әҙерлек эштәре алып барабыҙ. Запорожье өлкәһе үҙ тарихында ауыр осор кисерә – беҙ тейешле ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Килешеү Запорожье өлкәһенең сәйәси-хоҡуҡи интеграцияһы ҡоралына буласаҡ. Документҡа яҙғы сессияла ҡул ҡуйырға иҫәп тотабыҙ. Был ваҡиға республиканың һәм өлкәнең төрлө йүнәлештәрҙә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлегенә нигеҙ һаласаҡ, — тип һөйләне республика парламенты спикеры.

Бынан алдараҡ Дәүләт Йыйылышы Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары парламенттары менән килешеүҙәр төҙөнө. Килешеүҙәр эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре буйынса тәжрибә уртаҡлашыуҙы, берлектәге комиссиялар һәм эшсе төркөмдәр булдырыуҙы, конференциялар, осрашыуҙар һәм консультациялар үткәреүҙе, рәсми делегациялар менән алмашыуҙы һәм хеҙмәттәшлектең башҡа формаларын күҙ уңында тота, тип белдерҙеләр Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-04/bashkiriya-i-zaporozhskaya-oblast-zaklyuchat-mezhparlamentskoe-soglashenie-4563682



Вернуться назад