Республика Башлығы Идаралығының элекке етәксеһе Өфөнөң вице-мэры итеп тәғәйенләнде
Быға тиклем Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын биләгән Дмитрий Черенков Өфө мэрияһына эшкә күсте. Был хаҡта мәғлүмәт баш ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында баҫылған.
Чиновник ҡала етәксеһенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.