Юрист кәңәштәре29.06.2012
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Киренән теркәлеп булырмы?

— Мин атай-әсәйемдең фатирында теркәлгәнмен, беҙҙән тыш унда бәлиғ булған ағайым да йәшәй. Атай-әсәйемә дәүләттән субсидия алыу өсөн миңә тиҙ генә прописканан төшөргә кәрәк. Әле фатир хосусилаштырылмаған, шулай ҙа оҙаҡламай быға өлгәшербеҙ тип көтәбеҙ. Был осраҡта фатирҙа өлөшөмдө юғалтмаҫ өсөн ни эшләргә?
Зилә, Ишембай ҡалаһы.


— Әлегә тиклем хосусилаштырылмағас, тимәк, был фатирҙа социаль найм буйынса тораһығыҙ. Шуны белегеҙ: унан прописканан төшкәс тә үк һеҙ был фатир менән файҙаланыу хоҡуғын юғалтаһығыҙ. Артабан кире теркәлеү өсөн фатирҙа йәшәүсе барлыҡ граждандарҙың да яҙма рөхсәте кәрәк буласаҡ. Шуға күрә, был аҙымға барыр алдынан, фатирҙа теркәлгән ғаилә ағзалары менән ныҡлап һөйләшегеҙ һәм барыһын да хәл итеп ҡуйығыҙ.

Бер хәреф арҡаһында...

— Һаумыһығыҙ! Ирем менән суд аша айырылыштыҡ. Тик суд ҡарарында фамилияла хата киткән, е хәрефе урынына ё тип яҙғандар. ЗАГС был ҡарарҙы ҡабул итеүҙән баш тартты һәм яңынан судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе. Унда иһә, хатаны төҙәтеү өсөн тағы ғариза яҙырға һәм яңынан суд ултырышы үткәрергә кәрәк, тинеләр. Шулай уҡ ҡатмартлы эшме ни был? Яңы суд ҡарарын күпме көтөргә?
Динә, Хәйбулла районы.


— Барыһы ла дөрөҫ, һеҙгә яңынан судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хатаны төҙәтеү өсөн мотлаҡ ғариза бирегеҙ (Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 200-сө статьяһына ярашлы). Суд ҡарар сығарғандан һуң уны юҡҡа сығырырға йәки үҙгәртергә хоҡуғы юҡ. Ә ҡарарға үҙгәреш индереү мәсьәләһе суд ултырышында ғына хәл ителә. Унда ҡатнашыусыларға алдан уның ваҡыты һәм урыны тураһында хәбәр итәләр. Әммә уларҙың ултырышҡа килмәүе суд ҡарары сығарыуға ҡаршылыҡ тип иҫәпләнмәй. Суд мәсьәләне тикшергәндән һуң хатаны төҙәтеү буйынса яңы ҡарар сығара. Ул законлы көсөнә инеү менән ҡарарҙы ЗАГС-ҡа алып бара алаһығыҙ.


Вернуться назад