Елена Прочаковская Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә эш башланы30.01.2026

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы еткәсеһе итеп йәнә Елена Прочаковская тәғәйенләнде. Был мәғлүмәтте  «Башинформ»ға раҫланы. Кисә, 29 ғинуарҙа, уны Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге коллективы менән таныштырҙылар. Әйткәндәй, ул уның беренсе етәксеһе ине.

Фото: Олег Яровиков / Башинформ

Бынан алдараҡ Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала суды Прочаковскаяға ҡарата енәйәт язаһын ғәмәлдән сығарҙы һәм эш урынын файҙаланып мутлашыу тураһында эш буйынса хөкөм ителгәнлекте ваҡытынан алда бөтөрҙө.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың октябренән Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе вазифаһын Дмитрий Черенков башҡарҙы.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-01-30/elena-prochakovskaya-vernulas-na-rabotu-v-administratsii-glavy-bashkirii-4557622



Вернуться назад