Партиялар күп, ә Рәсәй берәү27.06.2012
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы билдәле булды. Ҡануниәткә ярашлы, уның ағзаларының яртыһын Башҡортостан Президенты, ҡалғандарын республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләй. Хәҙер, яңы закон буйынса, комиссияның вәкәләттәре биш йылға һуҙыласаҡ.

Кисә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе, уның урынбаҫары һәм секретары һайланды. Был сараға Мәскәүҙән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров килде. Ойоштороу ултырышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Волга буйы федераль округының Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторы Петр Капишников та ҡатнашты.
Йола буйынса, ойоштороу ултырышын комиссияның элекке составындағы иң өлкән кеше — Рифғәт Гарданов алып барҙы. Комиссияның яңы составы түбәндәгесә. Президент тәғәйенләгәндәре: Хәйҙәр Вәлиев, Наилә Алтынова, Рифғәт Гарданов, Сергей Каменов, Ришат Лоҡманов, Руслан Ямалетдинов. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан тәғәйенләнгәндәре: Рөстәм Бикмәтов, Валерий Гета, Марина Долматова, Илдар Кәримов, Альберт Хаживәлиев һәм Урал Хәсәнов. Комиссияла ике ҡатын-ҡыҙ, ҡалғандары — ир-ат. Уларҙың туғыҙы элекке Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы ине. Бөтәһе лә юғары белемле, етәүһенең ғилми дәрәжәһе бар, дүртәүһе — юридик фәндәр кандидаты. Яңы ойошторолған комиссия алдында рәйес һайлау бурысы тора ине. Был вазифаға бер тауыштан элекке рәйес Хәйҙәр Вәлиев һайланды. Уның урынбаҫары һәм комиссия секретары ла элеккесә ҡалды: Наилә Алтынова — урынбаҫар, секретарь — Марина Долматова. Барлыҡ кандидатуралар ҙа бер тауыштан хупланды.
Владимир Чуров, комиссия ағзаларын алда ауыр һәм яуаплы эш көтә, тип билдәләне.
— Мин һеҙҙе барыһына ла әҙер булырға саҡырам. Сөнки һайлау ҡануниәтендә ҙур ғына үҙгәрештәр көтөлә. Хәҙер илдә бермә-бер партиялар артасаҡ. Шулай уҡ төбәк башлыҡтарын да һайлай башлаясаҡбыҙ, — тине ул. — Тәүге тапҡыр комиссияның эше биш йыл дауам итәсәк. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы илдә өлгөлөләр һәм алдынғылар рәтендә булды, артабан да шулай дауам итер тип ышанам.
Владимир Чуров сығышын шундай һүҙҙәр менән тамамланы: “Партиялар күп, әммә Рәсәй берәү”.
Хәйҙәр Арыҫлан улы үҙенә күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт әйтте һәм артабан да бер команда булып эшләйәсәктәрен белдерҙе. Константин Толкачев менән Петр Капишников та яңы рәйескә һәм комиссия ағзаларына уңышлы эшмәкәрлек теләне.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад