Кисә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров менән осрашты. Унда һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итеү, илдең һайлау системаһын камиллаштырыу мәсьәләләре, ошоға бәйле үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар тикшерелде. Шулай уҡ Рәсәй субъекттарындағы һайлау комиссиялары менән сәйәси партияларҙың үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлеген булдырыу зарурлығы хаҡында һүҙ барҙы.
А. ХӘЛИЛОВ.