
Өфөлә Владимир Жириновский урамы барлыҡҡа килә
Башҡортостандың баш ҡалаһы урамдарының береһенә билдәле сәйәсмән Владимир Жириновский исеме бирелеүе ихтимал. Был турала 2026 йылда ЛДПР партияһына нигеҙ һалыусының тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышында иғлан ителде.
Шулай уҡ Өфөлә күсмә фотокүргәҙмә була, унда Жириновскийҙың тормошоноң төп мәлдәрен һәм уның республикаға сәфәрҙәрен күрһәтәләр. Юбилей саралары сиктәрендә мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр, уның ил үҫешенә индергән өлөшөнә арналған конкурстар һәм викториналар үткәрелә.
«Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Владимир Вольфович Жириновскийҙың 80 йыллығын байрам итеү тураһында указы уның Рәсәй парламентаризмы һәм дәүләтселеге үҫешенә индергән өлөшөн таныуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Беҙҙең бурыс — ошо датаға лайыҡлы әҙерләнеү һәм күп йылдар ил мәнфәғәтенә эшләгән сәйәсмән тураһында хәтерҙе һаҡлау өсөн саралар ойоштороу», — тип белдерҙе республика парламенты рәйесе Константин Толкачев.